Хәҙер туңдырғыста нимәләр генә һалмайҙар: итен дә, май- ҡоротон тиһеңме, емеш-еләген булһынмы, әле килеп йомортҡаны ла туңдырып ҡуялар. Йомортҡаларҙы туңдырғыста һаҡлау өсөн бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ: ваҡ пакеттарға миксер менән болғатып, ҡайһыһына – бер, биш, ҡайһыһына ун итеп һалып, ҙур контейнерға тултырырға була. Ҡышҡыһын ҡайһыһы кәрәк, шуныһын алып ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ шешәгә лә һалырға мөмкин. Бер литрлыһына туҡылған 21 йомортҡа йыя. Ҡулланғанда, соҡоп алған һайын шешәһен киҫергә мөмкин. Бәләкәс һауыттарға өсәрҙе һытып, болғатып туңдырһаң, туҡмас, мантый һәм башҡа ҡамырға бик һәйбәт була. Болғатып туңдырһаң бик уңайлы, сәк-сәк бик уңа. Бөтөн килеш туңдырһаң, һарыһы төйөрлө була. Шуға туҡырға кәрәк. Туңдырған йомортҡанан баҫҡан туҡмас та яҡшыраҡ сыға, тиҙәр уңған хужабикәләр. Ә һеҙ йомортҡаларҙы нисек һаҡлайһығыҙ? Туңдыраһығыҙмы? Фекерҙәрегеҙ менән бүлешегеҙ әле. Фото: webspoon.ru, google.com