Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн - Ғәрәфә көнө

Был изге көндә Сәғүд Ғәрәбстанына (изге Ҡәғбәтулла тарафтарына) ислам диненең биш терәгенең береһе булған хаж ғәмәлен үтәр өсөн йыйылған миллионлаған мосолман ҡәрҙәштәребеҙ – хажиҙар Ғәрәфәт (Арафа) тауында доға, истиғфар ҡыла (Аллаһтан ғәфү һорай, тәүбә итә), тәлбиә әйтә. 9-13-сө зөлхизә – тәшрик көндәре. Йәғни, иртәгә (27 июнь) иртәнге намаҙҙан алып 13-сө зөлхизәнең (1 июлдең) икенде намаҙына тиклем һәр фарыз намаҙҙан һуң: ”Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Лә иләһә илләлллаһу үәллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Үә лилләһил-хәмд!” - тип тәкбир әйтелә. Әбү Ҡатаданан, Аллаһ унан риза булһын, еткерелә, Пәйғәмбәребеҙ, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотоуға бәйле былай тигән: “ Ул (ошо көндә ураҙа тотоу) үткән һәм киләһе йылдарҙың гонаһын юйыуға сәбәп булып тора”. (Мөслим). Шулай уҡ күпселек урындарҙа мосолмандар, ислам динен һанлаған, хөрмәт иткән кешеләр Ғәрәфә көнөндә тулыһынса таҙарынып йыуыныуҙы хуп күрә, 28-һендә билдәләнгән Ҡорбан байрамын таҙалыҡ, йорт-ерендә тәртип, үҙҙәре көр күңел менән ҡаршы ала. (Бөрйән районының "Таң" гәзитенән). Фото: travel.bkdrf