26 июндә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Халыҡ-ара эштәр буйынса Федерация Советы комитеты ағзаһы, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары еңеүсеһе Александр Карелин Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында булды. Был – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында уның 450 йыллығына төҙөлгән төп юбилей объекттарының береһе. Юбилей 2024 йылда билдәләнәсәк. Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары менән сикләнгән кварталда төҙөлә. Боронғо Грецияны хәтерләткән биш ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 28 мең квадрат метр тәшкил итә. Бина бер нисә зонаға бүленгән. Улар – тамашасылар өсөн трибуналар, спорт-күнекмә комплексы, йәмәғәт туҡланыуы блогы, ҡунаҡхана һәм ер аҫты паркингы. Бында бөтәһе һигеҙ спорт залы, шул иҫәптән 3400 урынлыҡ универсаль спорт-концерт залы була. Александр Карелин төҙөлөп ятҡан үҙәктең спорт һәм ирекле көрәш, дзюдо, самбо, милли көрәш, көн