Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәр тәжрибә уртаҡлашты

Баш ҡалала Рәсәй һәм Беларусь студент отрядтары яугирҙәре тәжрибә уртаҡлашты. Осрашыу «#ТрудКрут» секцияһы сиктәрендә асыҡ дуҫтарса мөхиттә үтте. Башҡортостандың Студенттар отрядтары идараһы рәйесе Ирина Сухарева һәм «Рәсәй студент отрядтары» йәштәр дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының студенттар медицина отрядтары йүнәлеше етәксеһе Кристина Сидорова сығыш яһаны. Улар йәштәр менән үҙҙәренең үҫеш юлы тарихы менән уртаҡлашты, һайланған эшмәкәрлекте уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле күнекмәләр хаҡында һөйләне. – Һеҙҙе Өфөлә сәләмләүемә бик шатмын! Килгәнегеҙ, тығыҙ графиктарығыҙҙа ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Өфөлә үткәргән көндәрҙә яҡынданыраҡ танышып, артабан аралаша башлаһағыҙ бик яҡшы булыр ине, – тип билдәләне Ирина Сухарева. Сессияла шулай уҡ Рәсәй һәм Беларусь студенттары отрядтарының үҙ-ара тығыҙ эш итеүе билдәләнде. Студотрядтар ҡатнашыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә һәм тәжрибәле остаздарҙан яуап ала алды. Сессия аҙағында спикерҙар, ике туғандаш дәүләт араһында мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлекле союз форматы ил йәштәре араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙең юғары кимәлен тәьмин итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Юлай Кәримов фотоһы.