Сарала ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәр буйынса эшләүсе йәштәрҙең берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәр буйынса эшләүсе йәштәрҙең берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
...Читать далее
24 июндә "Торатау" конгресс-холында Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумында "#ТрудКрут” мәғариф блогы сиктәрендә “Бер хәрәкәт - бер үҫеш векторы” стратегик сессияһы үтте. Сарала ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәр буйынса эшләүсе йәштәрҙең берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе ентекле тикшерҙе. Эшләүсе йәштәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе мәсьәләләре буйынса стратегик сессия спорт, эшкә урынлашыу, медиа һәм социаль селтәрҙәр, туризм, студенттар менән алмашыу, мәҙәниәт һәм фән кеүек йүнәлештәр буйынса үтте. Кәңәшмәнең модераторы - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова, ә “Сколково” резиденты Любовь Вәлиева уға ярҙам итте. Юлай Кәримов фотоһы.