Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Дуҫлыҡ урамы"н мотлаҡ барып күрегеҙ!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә бөгөнгө ваҡиғаларға бәйле пост ҡалдырҙы. "Өфөлә X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы асылды. Өфөнөң күп кенә халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары Зәки Вәлиди урамында барған “Дуҫлыҡ урамы” милли мәҙәниәттәр фестиваленең ҡоласын баһаланы ла инде. Атмосфера бында йылы һәм дуҫтарса! Туғандаш халыҡтарҙың өйҙәре театр алдындағы башҡорт тирмәһенә тоташа. Ошонда уҡ Белоруссия төбәктәре һәм Минск ҡалаһы ихаталары, шулай уҡ рус, башҡорт, татар, мари, удмурт, мордва, мишәр һәм сыуаш халыҡтары ихаталары. Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Дуҫлыҡ балаҫы” проекты менән танышырға кәңәш итәм. Уны Башҡортостан халыҡтары орнаменттары һәм биҙәктәре фрагменттарын тоташтырып, урындағы балаҫ һуғыу оҫталары эшләгән. "Дуҫлыҡ урамы"нда белорус драниктарын һәм башҡорт балын тәмләп ҡарарға, славян моңдарын ишетергә һәм уҡтан атырға, сувенирҙар һатып алырға һәм дуҫтар табырға мөмкин. Форумдың мәҙәни программаһы бай эстәлекле һәм күп кенә ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Күберәк Өфө кешеләре һәм ҡунаҡтары ике туғандаш илдең милли колориты һәм мәҙәниәте менән танышһын ине", - тип яҙҙы ул. Фото: Телеграм.