Белорус ҡунаҡтары Мишәр мәҙәни-тарихи үҙәгенең тирмәһен ҡараны. X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына Балтас районының Мишәр халҡының милли-мәҙәни үҙәге тап ошо районда ғына һаҡланып ҡалған, Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мираҫы реестрына ингән балан ҡатығы менән майаш алып килгән. Балан ҡатығы – тәме менән балан ҡушылған кеҫәл, яңы ғына ҡойолған буҙаға оҡшап тора. Ә майаш - бауырһаҡтың бер төрө. Тик уның рецебын оҫтабикәләр бирергә ашыҡмай. Ғөмүмән, балтастарҙың тирмәһендә үҙенсәлекле әйберҙәр күп ине. Был юлы, белорус дуҫтарыбыҙға күрһәтергә тип, балтастар Батырша Әлиевтең китаптарын алып килгән. Был китаптар яҙылыуға өс быуат самаһы ваҡыт үткән. Улар яҡынса 1744 – 1755 йылдарҙа яҙылған. Ҡомартҡылар ҡәҙерләп Батырша Әлиевтең музейында һаҡлана. Китаптар менән ҡыҙыҡһыныусылар күп. - Бөгөн китаптарҙы күптәр ҡулға алып ҡараны. Иң ҡыҙығы – Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған Һиндостандың Кашмир өлкәһе студенттары булды. Улар ғәрәпсә һәйбәт белә икән. Күпселек биттәрҙе еңел генә уҡып күрһәттеләр, - тип билдәләне Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Айгөл Нафиҡова.