Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәтешлеләр яугирҙәр янына барҙы

Тәтешле районы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам алып барҙы. Ошо хаҡта Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов яҙып сыҡты. – Яугирҙәр, мобилизацияланғандар һәм контрактсылар һорауы буйынса ойошторолған гуманитар конвойҙың сираттағы партияһы махсус хәрби операция зонаһына алып барылды. Был – тепловизорҙар, лазерлы алыҫлыҡты үлсәгестер, ағас бысҡылар, генераторҙар, төндә күреү приборҙары, автомобиль өсөн запас частар, һыу өсөн һауыттар, кейем, медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек, шулай уҡ туғандары һәм яҡындары тапшырған шәхси посылкалар. Ҙур гумконвой ойошторолдо – эшҡыуарҙар, беҙҙең предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары һәм райондың бөтә битараф булмаған халҡы ярҙам итте. Әйткәндәй, шулай уҡ беҙҙең яугирҙәргә ирекмәндәр эшләгән маскировка селтәрҙәре һәм окоп шәмдәре тапшырылды. Яугирҙәр бөтә яҡташтарына ҙур сәләм тапшырҙы һәм иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Егеттәр, беҙ һеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге диуарында Фәнүр Шәйхисламов. vk.com/fshaikhislamov