Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Красноусол үҙәк район дауаханаһына ла бар

“Беренсел звеноны яңыртыу” программаһы буйынса дауаханаларға – 350, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса – 41, “Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса 27 ҡоролма килтерелде. Шулай итеп, Красноусол үҙәк район дауаханаһы эндоскопик визуалләштереү системаһы менән тулыланды. Заманса видеокомплекс алдынғы технологик ҡеүәткә эйә, ул аныҡ һәм деталләштерелгән һүрәттәрҙе күреү мөмкинлеген бирә. - Системалағы видеокамера туҡымаларҙағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күреү һәм шеште тәүге стадияларға асыҡлау мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе Красноусол үҙәк район дауаханаһы табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. “CV-170”дың уңайлы дизайны процедуралар ваҡытында ла отошло. Система эндоскоптарҙың һәм аксессуарҙарҙың төрлө типтары менән ҡулайлы. Эндоскопик визуалләштереү системаһы ашҡаҙан-эсәк трактының үрге һәм түбәнге бүлектәрен тикшерергә, тын алыу юлдарын диагностикалауға булышлыҡ итә. Ҡоролма аша тамырҙар һәм ҙур булмаған шештәр күренә, тикшереү барышын фотоға һәм виде

“Беренсел звеноны яңыртыу” программаһы буйынса дауаханаларға – 350, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса – 41, “Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса 27 ҡоролма килтерелде. Шулай итеп, Красноусол үҙәк район дауаханаһы эндоскопик визуалләштереү системаһы менән тулыланды. Заманса видеокомплекс алдынғы технологик ҡеүәткә эйә, ул аныҡ һәм деталләштерелгән һүрәттәрҙе күреү мөмкинлеген бирә. - Системалағы видеокамера туҡымаларҙағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күреү һәм шеште тәүге стадияларға асыҡлау мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе Красноусол үҙәк район дауаханаһы табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. “CV-170”дың уңайлы дизайны процедуралар ваҡытында ла отошло. Система эндоскоптарҙың һәм аксессуарҙарҙың төрлө типтары менән ҡулайлы. Эндоскопик визуалләштереү системаһы ашҡаҙан-эсәк трактының үрге һәм түбәнге бүлектәрен тикшерергә, тын алыу юлдарын диагностикалауға булышлыҡ итә. Ҡоролма аша тамырҙар һәм ҙур булмаған шештәр күренә, тикшереү барышын фотоға һәм видеоға төшөрөргә була. Башҡортостанда, “Һаулыҡ һаҡлау” проектына ярашлы, медицина ярҙамының сифатын, унан файҙалана алыуҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектының граждандарҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәү, өлкән быуын вәкилдәренә системалы ярҙам итеү буйынса төбәк проекттарын тормошҡа ашырыусы ла. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/21258/