Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Рус драма театры актерҙары Һамар өлкәһенең Рощинский ҡала тибындағы ҡасабаһында хәрби әҙерлек үткән яугирҙәр алдында сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Ғиниәтуллина, республиканың атҡаҙанған артисы Ольга Бовен һәм Владислав Петухов беҙҙең яҡташтарға, хәрби хеҙмәткә мобилизацияланған хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн патриотик һәм бард йырҙарынан махсус концерт программаһы әҙерләгәйне. Концерт башланыр алдынан артистар уларға уңыштар һәм ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүҙәрен теләне. Башҡортостандың ижади коллективтары Һамар өлкәһенә «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» патриотик акцияһы сиктәрендә бара. - Яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү һәм ҡыуандырыу, уларға бер аҙ үҙебеҙҙең йылылыҡты бүләк итеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ яугирҙәрҙең хәрби рухын нығытырға тырыштыҡ һәм тиҙ арала иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнек, - тип билдәләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Бовен. Бындай ярҙам өйҙән алыҫта хәрбиҙәрҙең хәрби рухын нығытырға ярҙам итә, ир-егеттәр ҡуйылған бурысты үтәй алыр, иҫән-һау ҡайтып китер, тигән ышаныс уята. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн акциялар һәр ерҙә үтә. - Хәрби хеҙмәткәрҙәр Ватаныбыҙ һәм тыныс халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлауға баҫты. Улар илебеҙҙең уларҙы яҡлауын һәм әлеге ваҡытта башҡарған ролен аңлауын тойорға тейеш. Яҡташтарыбыҙ ҡуйылған бурыстарҙы ҡыйыу һәм ышаныслы үтәп сыға. Һәм үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған, киләсәгебеҙҙе, тыныс күк аҫтында йәшәү мөмкинлеген һаҡлаған ир-егеттәргә бар яҡлап ярҙам итеү мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Башҡортостан артистары Һамар өлкәһендә мобилизацияланғандар алдында сығыш яһаны
26 июня 202326 июн 2023
1
1 мин