Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, “Экспорт проектының тормош циклы” программаһына ярашлы, республика эшҡыуарҙарын “Экспорт эшмәкәрлегендә һалымдар” семинарына саҡыра. Сара 3 июлдә 10 – 18 сәғәттә Өфөләге “Башҡортостан” ҡунаҡханаһының (Ленин урамы, 25/29) “Янғантау” конференциялар залында үткәрелә. - Семинар һөҙөмтәһендә унда ҡатнашыусылар тышҡы сауҙа килешеүенең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙең яңы юлдары, һалым һалыу системаһын нисек һайлау, бизнес-моделде иҫәпкә алып, һалым режимы, өҫтәмә хаҡҡа һалымға ташламалы ставканы алыу өсөн экспортҡа сығарыусыға ниндәй документтар әҙерләү кәрәклеге, һалым тикшереүен нисек үтеү һәм һалым органдары менән нисек эшләү тураһында беләсәк, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Семинарҙа бушлай ҡатнашыу өсөн алдан теркәлергә кәрәк: vk.cc/coUmrk. Семинар аҙағында һәр ҡатнашыусы Рәсәй экспорт үҙәгенең Эксперт мәктәбендә белем алыу тураһындағы сертификатҡа эйә буласаҡ. Семинарҙың тренеры Елена Герчикова - Рәсәй эксперт үҙәге Эксперт мәктәбенең федераль эксперты буласаҡ. Теркәлеү менән бәйле проблемалар килеп сыҡһа, үҙәк белгестәренә мөрәжәғәт итегеҙ: +7 (962) 544 13 60, exportcenter@bashkortostan.ru Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/21255/