Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Беҙҙең башҡорт егеттәре ҡайғырып ултырмай, бирешмәй"

Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир егеттәребеҙҙе бер минутҡа ла онотмай. Даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыу ҙа ошо хаҡта һөйләй. Яңыраҡ Баймаҡ районынан эшҡыуар Илсур Нәбилуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ янынан ҡайтты. Беҙ уның менән "Берҙәм Рәсәй" партияһының Төбәк бүлексәһе конференцияһы мәлендә осрашып, сәфәре тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. – Беренсе һыҙыҡҡа барып еттем – Кременная тарафтарына. Мобилизацияланған егеттәргә гуманитар йөк алып барҙыҡ. Позицияларына снаряд тейеп, 11 кеше кейемһеҙ ҡалған. Уларҙың һорауы буйынса йоҡо тоҡтары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек алып барҙыҡ. Егеттәрҙең күңелен күреп, һөйләшеп ҡайттыҡ. Һораған әйберҙәре араһында гитара ла бар ине, шуға ла гитара ла алып барҙыҡ. Беҙҙең башҡорт егеттәре ҡайғырып ултырмай, бирешмәй. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәренә лә барып еттек. Уларға окоптар, блиндаждар эшләргә ике машина таҡта алып барҙыҡ. Мин “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы түгел, шулай ҙа махсус хәрби операция биләмәһенә яңы ғына барып ҡайтҡан кеше булараҡ, ундағы әлеге хәлдәрҙе минән ишетергә теләнеләр. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк бүлексәһе конференцияһы ваҡытында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дә фронттағы егеттәрҙең теләктәрен, һорауҙарын еткерҙек. Бик яҡшы ғына әңгәмә булды. Яугирҙәрҙе борсоған төрлө һорауҙарға яуаптар алдыҡ, – тине Илсур Нәбилуллин. Автор фотоһы.