Бөгөн баш ҡалабыҙҙа бик күп саралар үтә. Шуларҙың береһе Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә “Дуҫлыҡ балаҫы” милли мәҙәниәттәр фестивале. Туғандаш дәүләттәр халыҡтарының ихаталары М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрынан Карл Маркс урамы киҫелешенә тиклем Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Рәсәй һәм Белоруссия халыҡтарының милли колориты һәм мәҙәниәте менән яҡынданыраҡ таныша аласаҡ. Шулай уҡ был көндәрҙә фестиваль майҙансығында ике ил төбәктәренең ижади коллективтары сығыш яһай. “Дуҫлыҡ урамында” Өфө кешеләре һәм ҡунаҡтары Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто тәҡдим иткән үҙенсәлекле проект – “Дуҫлыҡ балаҫы” менән таныша аласаҡ. Ул “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы һәм башҡорт балаҫ һуғыу оҫталары ҡатнашлығында республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған һәм Дуҫлыҡ Тирмәһендә урынлашҡан. Күләмле ковер Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың традицион биҙәктәре һәм халыҡ орнамент