Башҡортостандың баш ҡалаһына “Рәсәй-Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә ҡатнашыусылар килде. Сара Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы сиктәрендә уҙа. Белоруссия делегацияһы етәксеһе Владимир Антончик һүҙҙәренсә, ул һәм уның егеттәре Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Командалар милли ашамлыҡтарҙы сәк-сәк, ҡымыҙ менән һыйланы һәм осрашыуға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. “Башҡортостан – Уралдың күңеле һәм Евразия йөрәге, беҙ ҡунаҡсыл еребеҙҙә ҙур ҡәнәғәтлек менән дуҫтарыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ! Был фестиваль илебеҙҙең спорт тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелер, тип ышанам! Алда – сағыу спорт баталиялары, яңы геройҙарҙың һәм буласаҡ чемпиондарҙың исемдәре, һәм, әлбиттә, онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар! Спортсыларҙың барыһына ла уңыштар теләйем”, – тип сәләмләне фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов. Осрашыу аҙағында Башҡортостан менән Беларусь йыйылма командалары иптәштәр футбол матчы үткәрҙе. “Рәсәй-Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале Б