Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Наил Байғусҡаров белдереүенсә, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Первомайский ауылында ит-һөт малсылығын үҫтереү буйынса проект ҡаралған. Проекттың инициаторы - Наил Жайляув. Күп йылдар инде ул Первомайский ауылында шәхси ярҙамсы хужалыҡ тота: хужалыҡта малсылыҡ бинаһы, мал аҙығы әҙерләү өсөн ауыл хужалығы техникаһы һәм бесән сабыу өсөн ҡуртымға алынған ер участкаһы бар. Наил Дамир улы яҡын арала крәҫтиән (фермер) хужалығын теркәргә йыйыныуы хаҡында хәбәр иткән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн социаль контракт нигеҙендә уға адреслы социаль ярҙам алыуға документтар тапшырырға тәҡдим ителгән. Программа шарттарына тап килгән осраҡта, ул үҙ бизнесын асыуға финанс ярҙамы аласаҡ. Алынған ярҙамға Наил Дамир улы симменталь тоҡомло бер нисә баш һыйыр малы һатып алырға йыйына, сөнки был тоҡом үҙенең юғары һөт һәм ит потенциалы менән билдәле. Эксперттар фекеренсә, был Хәйбулланың климат төбәгендә малсылыҡ өсөн иң яҡшы тоҡомдарҙың береһе. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Наил Байғусҡаров.