28 июндә мосолмандар үҙҙәренең ҙур байрамдарының береһен – Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дини байрамды үткәреүҙе һәм йолаларҙы үтәүҙе бик яуаплы ойошторорға ҡушты. Ул район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итте һәм властар бөтә шарттар булдырырға тейеш тине. – Беҙҙә 28 июндә изге байрам – Ҡорбан ғәйете. Ветеринария идаралығы ҡорбан малын һуйыу өсөн айырым урындар әҙерләгәнен беләм. Бөтә яуаплы кешеләрҙән ошо байрамды ойоштороуға етди ҡарауығыҙҙы һорайым, – тип билдәләне республика Башлығы. Радий Хәбиров шулай уҡ, был көндә ҙур форум үтеүгә бәйле, көн тәртибинең көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, үҙе лә байрам сараларында ҡатнашырға ниәтләүен әйтте.