Халҡыбыҙ элек-электән ат менән дуҫ булған, һыбай йөрөгән, төрлө ярыштар үткәргән. Үткән йылда Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале үтеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Күптән түгел Татарстанда ат өҫтөндә көрәш - ауҙарыш буйынса донъя чемпионаты үтте. Ҙур бәйгелә Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм Монголия командалары ҡатнашты. Халыҡ-ара ярыштарҙа республика данын Әбйәлил егеттәре Ғәлим Яуынбаев менән Арсен Асҡаров яҡланы. Көсөргәнешле ярышта Ғәлим өсөнсө урын яуланы. Назар Таһиров Татарстан командаһы өсөн уңышлы сығыш яһаған. "Ауҙарыш" уйыны – ысын батырҙар алышы. Көслө ҡуллы, оҫта булыу ғына түгел, эйәрҙә үҙеңде ышаныслы тотоу ҙа кәрәк. Башҡортостанда был көрәш төрө Белорет, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Балаҡатай һәм башҡа райондарҙа бик популяр. Фото: "Осҡон" гәзите