Өфө – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан һуң Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ҡабул итергә лайыҡлы булған Рәсәйҙең дүртенсе ҡалаһы. Х юбилей форумына 4773 ҡатнашыусы теркәлгән дә инде. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте. Федерация Советынан форумға 575 кеше килә, улар иҫәбендә 33 ҡатнашыусынан рәсми делегация. Беларусь делегацияһына 254 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 42 кешенән торған рәсми делегация инә. Федераль власть органдары етәкселәренең, атап әйткәндә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчуктың, мәҙәниәт министры Ольга Любимованың, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальковтың, “Рәсәйпатент” башлығы Юрий Зубовтың, 27 етәксе урынбаҫарының, башҡа ведомство һәм үҫеш институттары вәкилдәренең килеүе көтөлә. Ҡатнашыусылар һаны буйынса мәғлүмәт даими яңыртыла, бөгөн Өфөгә 15 төбәк башлығының, 13 төбәк башлығы урынбаҫарҙарының килеүе билдәле. Форумда 406 киң мәғлүмәт саралары вәкиле, шул иҫәптән 20 сит ил киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша. Форумдың эшлекле программаһы бай эстәлекле булыуы көтөлә. Төп майҙансыҡта, Өфөнөң Конгресс-холында гуманитар хеҙмәттәшлеккә, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға арналған һәм башҡа тематик секциялар эшләйәсәк. Төп ваҡиға – Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусь Республика Советы рәйесе Наталья Кочанованың РФ субъекттары һәм Беларусь төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы. Шул уҡ көнгә форумдың 10 йыллығына арналған пленар ултырыш була, ул уның йомғаҡтарын һәм перспективаларын тикшереүгә арналған. Форумда 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана, 20-гә яҡын документҡа Башҡортостан ҡул ҡуйырға ниәтләй. Ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле мәҙәни программа, техника күргәҙмәһе көтә. Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы иң юғары кимәлдә ҡаршы алырға һәм сараны бик матур итеп үткәрергә ҡушты. – Әйҙәгеҙ, ҡунаҡсыллыҡтың иң яҡшы йолаларын күрһәтәйек. Бындай сараны үткәреү - беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Рәсәй менән Беларусь мөнәсәбәттәре стратегик характерҙа. Башҡортостандың Беларусь менән хеҙмәттәшлеге лә тәрәнәйә. Шуға күрә барыһын да һәйбәт эшләүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.