Бөгөн, 26 июндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында күләмле сара – Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы башланды. 28 июнгә тиклем дауам итәсәк юбилей форумының төп бурыстары – ике дәүләттең мәҙәни, сауҙа-иҡтисади һәм фәнни-мәғариф бәйләнештәрен нығытыу. Сараның программаһында, ғәҙәттәгесә, эшлекле һәм мәҙәни өлөштәр ҡаралған. Ошо минуттарҙа Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе үтә. Экспозицияның бер өлөшө майҙаны 2 700 квадрат метр тәшкил иткән павильонда урынлашҡан. Рәсәйҙең 19 компанияһы һәм 10 белорус компанияһы үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә. Күргәҙмә павильондары “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙанда ла урынлашҡан. Унда ике дәүләттең 19 төбәгенән 35 компания ҡатнаша. Ә был 100-гә яҡын берәмек төрлө техника, уларҙы теләге булған һәр кем ҡарай ала. Башҡортостан Республикаһынан “Капман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы вәкиле Анна Елисеева ваҡлап һатыу селтәрен үҫтереү менән шөғөлләнә. Ул, ойошма һигеҙ йыл инде баҙарҙа эшләй һәм махсус кейем етештерә, тип хәбәр итте. – Беҙ – тулы цикллы компания, тимәк, беҙҙең продукция идеянан алып уны ғәмәлгә ашырыуға тиклем бөтә юл үтә. Беҙ моделдәр әҙерләйбеҙ, һатабыҙ. Үҙенсәлеклек шунан ғибәрәт: махсус кейемде әҙерләгәндә арамид туҡымаһын – юғары температураға сыҙамлы ароматик полиамидтар сүстәренән еңелсә ныҡлы материалды ҡулланабыҙ, – тип һөйләне Анна Елисеева. – “Башнефть”, “Роснефть” һәм башҡа ҙур сәнәғәт компаниялары менән әүҙем эшләйбеҙ. Компания хеҙмәткәре билдәләүенсә, материалдар әҙерләү буйынса эштәр Беларусь Республикаһы менән берлектә башҡарыла. Анна Елисеева һүҙҙәренсә, ике дәүләт предприятиелары планында - был өлкәлә киңерәк йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда завод асыу. Күргәҙмәлә шулай уҡ Стәрлетамаҡтан “Башҡортостан сода компанияһы” холдингының бүлендек предприятиеһы һәм Рәсәйҙә берҙән-бер синтетик йыуыу саралары етештереүсе “Эколь” компанияһы ҡатнаша. Предприятие илебеҙ халҡына “Зифа”, “Луч” кер йыуыу порошоктары, шулай уҡ “Тобби Кидс” балалар синтетик йыуыу саралары етештереүсе булараҡ билдәле. Компанияның коммерция директоры урынбаҫары Александр Бычков билдәләүенсә, “Башҡортостан сода компанияһы” – илдең химия сәнәғәте флагманы. – Күптән түгел генә беҙҙең производство һәм Беларусь Республикаһы араһында “Бизнес аҙналығы” форумында мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды. Беҙҙең продукция Союз дәүләте халҡынан бик яҡшы тәьҫораттар алды. Хәҙер беҙ тәьмин итеүҙе яйға һалабыҙ, Башҡортостан граждандары ғына түгел, шулай уҡ дуҫ илдәрҙә йәшәүселәр ҙә Башҡортостан продукцияһы менән файҙаланһын өсөн характеристикаларҙы һәм күрһәткестәрҙе яҡшыртабыҙ. Белоруссияның “Могилевлифтмаш” лифттар етештереүсе предприятиеһының һатыу буйынса идаралығы начальнигы Андрей Поляков форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм үҙебеҙҙең производство тураһында ентекләп һөйләне. – Беҙҙең завод лифт ҡорамалдары сығара. Уның тиҙлеге – секундына 1 метрҙан алып, секундына 2,5 метрға тиклем. Йөк күтәреүсәнлегебеҙ төрлө. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн платформалар ҙа бар, – тип һөйләне Андрей Поляков. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.