26 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Советы рәйесе –Адыгея Хасэһы Владимир Нарожный менән осрашты. Парламент етәксеһе Өфөгә Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сараларында ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа төбәктәрҙең сауҙа, туризм һәм парламент-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеүен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 12 февралендә Башҡортостан менән Адыгей хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документ уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, мәҙәни һәм туристик алмашыуға булышлыҡ итеүҙе, төрлө мәсьәләләрҙә методик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Бындай сәфәрҙәр мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм тауар әйләнешен арттырыуға булышлыҡ итә, бергәләп эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса, тине Радий Хәбиров. – Беҙ Адыгеянан коллегаларыбыҙ менән күп мәсьәләләр буйынса тығыҙ эшләйбеҙ, иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Атап әйткәндә, туризмды, мәҙәниәтте үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.