Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡыҙыбыҙҙың хатын бетеү итеп йөрөтә”

Гөлнара менән күптән танышбыҙ, урман-таулы Ҡариҙелде төйәк иткән Баймаҡ ҡыҙы ул. Ғүмеренең арыу уҡ йылдарын журналистикаға арнаны, ошо төбәк халҡы өсөн башҡорт телендә нәшер ителгән “Хазина” гәзитен мөхәррирләне, әле лә биш районға таралған “Йәнтөйәк” баҫмаһында Ҡариҙел районы өсөн яуаплы. Бөгөн Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Абыҙ ауылында балаларға белем бирә. Өҫтәүенә, заман һынауҙарын лайыҡлы ҡабул иткән яугир ҡатыны ла ул. – Гөлнара, тормош юлдашың хәрби хеҙмәткә ҡасан юлланды? – Сентябрҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәнгә тиклем үк Ырымбурҙа үтәсәк хәрби күнекмәгә саҡырыу алғайны. Шуға әҙерләнеп йөрөгәндә Президенттың Указы сыҡты һәм был уҡыуҙар кисектерелде. Артабан мобилизация буйынса тәүгеләрҙән булып саҡырыу ҡағыҙы алды һәм Ҡазанға хәрби әҙерлек үтергә юлланды. Унда саҡта бергә эшләгән иптәштәре “гуманитар ярҙам менән барып ҡайтабыҙ, әйҙәгеҙ, беҙҙең менән” тигәс, барып ҡайттым. Ауыл күстәнәстәренә ҡушып, район гәзитенең, үҙем хеҙмәттәшлек иткән “Йәнтөйәк”тең яңы һандарын да алып барҙым, район делегацияһы алып барған гуманитар ярҙамды таратыштым. Унан инде, хәрби әҙерлек тамамланғас, тағы Ҡазанға барып, хәйерле, имен юлдар теләп, оҙатып ҡалдым. – Ауыр булдымы “һалдатка” тигән яуаплы ла, һынаулы ла миссияға күнегеү? – Еңел булды, тип әйтә алмайым, әммә иптәшемдең ышаныслы итеп һөйләшеүе, үҙен тыныс тотоуы яйлап мине лә ипкә килтерҙе. Әйткәндәй, уның хәрби тормоштағы ҡушаматы – “Солтан”. Бер аҙҙан “Алғы һыҙыҡҡа инәбеҙ” тигән хәбәр ебәреп хушлашты һәм арыу уҡ ваҡытҡа бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө. Иң ҡыйыны шул осор булғандыр. Һалҡын ҡыштың декабрь, ғинуар айҙары. Күңелдә – билдәһеҙлек, һағыш. Төндә йоҡлай алмайынса тороп баҫам да тәҙрәнән айға ҡарайым. “Эй, Ай, сәләмдәремде алып барып еткер, йөрөр юлдарын яҡтырт, күңеленә йылылыҡ, өмөт өҫтә”, – тип теләйем. Социаль селтәрҙә үҙебеҙҙең райондың һалдат ҡатындарының берләшмәһен булдырып, шунда аралашып, бер-беребеҙгә көс-дәрт өҫтәп, рухи йәһәттән ҡеүәтләп йәшәнек. Йә берәйһенә остоҡ ҡына хәбәр килеп етә, йә икенсебеҙ ҡыҫҡа ғына смс алған – шуларға бергәләп ҡыуанабыҙ, иҫән-һауҙар тип йыуанабыҙ. Оҙаҡ хәбәре булмаған саҡтарҙа ҡулға бер эш бармай, телефонды тотоп, йә шылтыратыр, йә берәй нәмә яҙыр, тип ятҡан ваҡыттар ҙа булды. Шундай саҡтарҙа район үҙәгендәге “Ғаилә” үҙәгенән психологтар шылтыратып һөйләшһә, күңелгә еңел булып ҡала ине. Айырыуса Регина Ирназарова тигән белгескә рәхмәтлемен. Үҙемде эш менән әүрәтергә, кеше араһында булырға тырышам. Көҙ Республика көнө, унан Ватанды һаҡлаусылар, Еңеү байрамдары айҡанлы ирекмәндәр республика етәкселегенең ҡотлау открыткаларын тапшырҙы. Заманында пионер булып, үҙебеҙ һуғыш ветерандарына йәки уларҙың ҡатындарына, тыл хеҙмәтсәндәренә шундай ҡотлау сәләмдәре алып бара инек, ә хәҙер үҙем – шулар урынында. Ошо күренештән һәр саҡ күңел тула. Иғтибар күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, әлбиттә. – Ярҙам-хәстәр тояһығыҙмы? – Тәүге көндән үк һәр йәһәттән иҫ киткес ҙур ярҙам, теләктәшлек тойҙом. Ауылдаштар, туғандар, иремдең дә, минең дә коллегалар, ауыл биләмәһе, район, республика етәкселеге иғтибар-хәстәрҙән өҙмәй. Айырыуса “Солтан”дың коллегалары – Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең ярҙамын ныҡ тоям. Иптәшем хәрби хеҙмәткә ҡапыл ғына саҡырылғас, ҡышҡылыҡҡа тип алынған утын ярылмай ятып ҡалды. Ростовтағы әҙерлек үҙәгенән шылтыратҡан һайын шуның өсөн борсола ине. Үҙе менән бергә эшләгән Мөғәниф Абраров, Рөстәм Фәтхинуров, Айрат Резбаев барлыҡ утынды дәррәү генә ярып ҡуйҙы. Был изге эште Район мәҙәниәт йорто директоры Мирза Хөсәйенов ойошторҙо. Ғөмүмән, Мирза Тәфкил улы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Рөстәм улы Булатов һәм башҡалар гел генә шылтыратып, хәлебеҙҙе белешеп тора. Быйыл ҡыш, 50 градус самаһы һыуыҡтар торған мәлдә, йортобоҙҙағы йылытыу ҡорамалы сафтан сыҡты ла ҡуйҙы. Өй һыуып китте. Өҫтәүенә, бәләкәй бала бар, оло йәштәге әсәйем беҙҙең менән йәшәй. Рәхмәт, шунда уҡ ярҙам иттеләр. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Баҡса эштәрендә, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәл иткәндә “Солтан”дың туғандары, шулай уҡ күршеләр – Артур менән Флүзә, Фәриҙә апай менән Фәғил ағай, Тимур менән Фирүзә, Тимур менән Резеда бер ҡасан да ярҙамдан өҙмәй. Республика етәкселеге булдырған аҡсалата ярҙам, башҡа төрлө иғтибар-хәстәр өсөн дә рәхмәт. Яңы йыл байрамында ҡыҙыбыҙға ҡайҙарҙан ғына бүләк-күстәнәстәр килмәне. 8 Март байрамы алдынан үҙемде Өфөгә – “Торатау” конгресс-холында үткән ҙур байрамға саҡырҙылар. Матур сараны тамаша ҡылып, күңелем асылып, үҙем ише яугир ҡатындары менән аралашып йөрөп ҡайттым. “Солтан” да “даими рәүештә ярҙам тоябыҙ”, ти. Республиканан, райондан ойошторолған гуманитар ылауҙарҙы алған һайын шылтыратып рәхмәт әйтә. Айырыуса ҡыш ебәргән йылы кейемдәр, ойоҡбаштар тәнде генә түгел, тыуған яҡтан килгән әйбер булараҡ, йәнде лә йылытҡан кеүек, ти. Һалдаттарға хат яҙыу акцияһына ҡушылып, мәктәбебеҙ уҡыусылары хаттар яҙғайны. Ҡыҙыбыҙ Нурия III класты тамамланы. Ул да хат яҙҙы. Гуманитар ярҙам менән бергә бына шул сәләмдәр барып еткәс, райондың, ауылдың исемен күреп, бер иптәше: “Солтан”, бына һинең ауылыңдан килгән хат”, – тип биргән. Ирем асып ҡараһа, ҡыҙыбыҙ Нурияның хаты булып сыҡҡан! “Йөрәк тәңгәлемдә бетеү урынына йөрөтәм” тип, ҡайтҡас, беҙгә лә күрһәтте. Ситтәре таушалып бөткән, әммә атаһы өсөн шул тиклем ҡәҙерле әйбер. Бына шундай осраҡлыҡтар ҙа булып ҡуя икән ул. – Белеүемсә, иптәшең күптән түгел ялға ҡайтып киткән. Нисек булды был һағынышлы осрашыу? – Ялға ҡайтасағы билдәле булыу менән ҡаршыларға әҙерләнә башланыҡ. Иптәшем – ғаиләлә дүрт апаһынан һуң тыуған малай. Алдан уҡ бергә йыйылып билмән, манты кеүек ризыҡтар әҙерләнек, тәмле аш-һыу йүнәттек. Бергә хеҙмәт иткән иптәше менән Байҡыбаш ауылына тиклем ҡайтты. Беҙ туғандары менән шунда ҡаршы алдыҡ. Сәскә гөлләмәһе тотоп килеп төшкән иптәшемде күреү менән ирекһеҙҙән күҙҙән йәштәр аҡты. Ун көн ун сәғәттәй генә үтте лә китте. Көн һайын кеше килде, туғандарының, дуҫтарының һәр береһе ҡунаҡ итеп, хөрмәт күрһәтте. Иптәшемдең һаулығына тип аят ашы, “Ҡөрьән” доғалары бағышлаттыҡ. Эргәбеҙҙә булып, өй йылыһын нығыраҡ тойһон, тип тырыштыҡ. – Үҙгәргәнме? – Һуғыш кемде булһа ла үҙгәртәлер инде ул. Нисектер уйсаныраҡ булып киткән кеүек, холҡондағы ныҡлыҡ, тәүәккәллек тағы ла нығыраҡ сағылғандай. Хәрби шарттарҙа үҙ-ара теләктәшлек, дуҫлыҡ төшөнсәләренең мөһимлеген аңлау арта, ти. Алғы һыҙыҡта саҡта егеттәр менән бер көрөшкә ҡайнар һыуҙы берәр йотомлап бүлешеп эскән саҡтар ҙа булды, тип әйтеп ҡуйҙы. Ошо була инде һалдат дуҫлығы. Тыныс биләмәгә сыҡҡас, иң тәүҙә кемуҙарҙан мунсаға йүгерҙек, таҙа һыу, татлы ризыҡ ҡәҙерен, өй йылыһын нығыраҡ аңлайһың унда, ти. Мәктәпкә балалар менән осрашыуға саҡырҙым, барырға теләмәне, һөйләй алмаҫмын, тине. – Икенсегә оҙатыу ауыр булғандыр инде... – Эйе, ауыр булды, миңә лә, ҡыҙыбыҙға ла, әммә “Солтан” үҙен ирҙәрсә ныҡ тотто. “Барма” тип һорама ла, мине унда иптәштәрем көтә, барырға тейешмен, был – ысын ир-егеттең бурысы”, – тип өҙөп, һорау ҡалдырмаҫлыҡ итеп әйтте. “Өфө-Арена” янынан оҙатҡанда ла көр кәйефтә булып, беҙгә лә күңелһеҙләнергә юл ҡуймаҫҡа тырышты. Тик ҡыҙыбыҙ Нурияның уны һығып ҡосаҡлап, “Атай, ҡайтырға һүҙ бир!” тигән һүҙҙәренән генә күҙе йәшләнде. Шулай ҙа үҙен шунда уҡ ҡулға алып, “Мотлаҡ ҡайтырмын, көтөгөҙ!” тип хушлашты. Ошо һүҙҙәре Аллаһы Тәғәләнең “амин” тигән сағына тура килһен, тип оҙатып ҡалдыҡ. Йөрәктә шул бер генә теләк: имен йөрөһөн! Ир-егеттәребеҙҙең барыһы ла еңеү менән ҡайтып инер, еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашыр, тигән яҡты өмөт күңелде йылыта, йәшәүгә ышаныс өҫтәй. – Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара! Изге-теләк хыялдарың тормошҡа ашһын! Фото: шәхси архивтан.