Ҡазан ҡалаһында “Нәҫел ағасы” (“Древо жизни”) проекты сиктәрендә башҡорт мәҙәниәте байрамы уҙғарыла. Проекттың төп маҡсаты – туған телдәрҙе, Волга буйы халыҡтарының традицион мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу. 5 июлдә Ҡазан халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары башҡорттарҙың традицион кейемдәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, традицион уйындар, мәҡәлдәр, музыка ҡоралдары менән таныша, шулай уҡ ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә ала. Теләгән һәр кем өсөн башҡорт күкрәк биҙәүестәре, ағас һауыт-һаба биҙәүестәре, башҡорт орнаменты менән брошюра эшләү, кейеҙ баҫыу һәм сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Байрамдың иң бәләкәй ҡатнашыусылары өсөн әкиәт персонаждары менән «Урман серҙәре» квест-программаһы ойоштороласаҡ, уны үтеп, һәр кем урман геройы менән иҫтәлекле фотоға төшә аласаҡ. «Әкиәт яланы» майҙансығында балалар башҡорт әкиәттәре менән танышасаҡ, ә «Бала саҡ яланы»нда балыҡтарҙың исемдәрен башҡорт телендә беләсәктәр. Төп майҙансыҡта билдәле фольклорсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Низаметдиновтан ҡумыҙҙа уйнау, Өфөнән “Самауырлы ритайым” проектында ҡатнашыусылар үткәргән башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ижади номерҙар менән Түбәнге Кама ҡалаһының «Сал Урал» башҡорт фольклор ансамбле, Яр Саллы ҡалаһының «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле, Ҡазан ҡалаһының «Аҡ тирәк» башҡорт фольклор ансамбле, «Zakaria» күп милләтле фолк-төркөмө, йырсы-инструменталист Илнур Ҡолхмәтов сығыш яһай. Байрамдың төп хедлайнеры – популяр йәш ҡурайсы, халыҡ-ара һәм бөтә рәсәй конкурстары лауреаты Юлай Ҡасимов. Байрам ҡунаҡтары музыка донъяһына сумып, башҡорт ҡурайының заманса яңғырашын баһалай ала. Кисә билдәле ҡазан диджейы Malsi Music-тың башҡорт көйҙәренә диджей-сеты менән тамамлана. Сара 5 июлдә, 18:00 сәғәттә Ҡазандың М. Горький исемендәге паркында үтәсәк Сығанаҡ: vk.com/bashkirytatarstana