Бөрө ҡалаһы егете Дмитрий Зырянов Рәсәйҙә генә түгел, БДБ илдәрендә лә һанлы программа менән идара итеүсе фрезер-токар автоматтарын берҙән-бер етештереүсе. Уның станоктары ауыр һәм еңел сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә: авиацияла һәм хәрби өлкәлә, машиналар эшләүҙә һәм медицинала, нефть-газ һәм мебель етештереүҙә ҡулланылған ваҡ изделиеларҙы күпләп сығарыу өсөн тәғәйенләнгән. Производствоға ярҙам "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә күрһәтелә. Дмитрий 11 йыл дауамында һанлы программа менән идара ителеүсе күп функциялы станоктар-автоматтар етештереү менән шөғөлләнә. Ул балясин әҙерләү өсөн станок яһаған ағас эше оҫтаханаһынан башлана. Шунан заказ буйынса ҡорамалдар эшләй башланы. Үҙенең беренсе һанлы программа менән идара ителеүсе токар автоматын Мәскәүгә 2012 йылда ебәрҙе. Әлеге ваҡытта уға етештереү биналарын төҙөү өсөн өҫтәмә биләмә кәрәк. Ул шәхси эшҡыуар булараҡ 2019 йылда асҡан майҙандары әле етмәй башлаған. Был һорау менән Дм