Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Район халҡы ҡыуана

Мәсетле районында йәшәүселәрҙең хыялы – теләһә ниндәй һауа торошонда ла сәйәхәт итергә мөмкин булған бик яҡшы тротуарҙар. Шуға күрә йыл һайын район үҙәгендә тротуарҙар һаны һәм уларҙың оҙонлоғо арта. Муниципалитет “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Ағымдағы йылда тауыш биреүҙә еңгән Мәсетле районының бер юлы өс объекты төҙөлә. Әлеге ваҡытта эштәр ҡыҙыу бара. Беренсе проект – ул район үҙәгендә Ленин урамы буйынса үҙәк майҙанды төҙөкләндереү. Подрядсы ойошма – “Уралспецстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөлөш-монтаж эштәренең контракт суммаһы 6529404,20 һум тәшкил итә. Икенсеһе – Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Көньяҡ” биҫтәһенең мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү. Эштәрҙе шәхси эшҡыуар Марат Ғәлләмшин башҡара. Контракт суммаһы – 985294,05 һум. Өсөнсөһө – Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү. Подрядсы ойошма булып шулай уҡ шәхси эшҡыуар Марат Ғәлләмшин сығыш яһай. Контракт суммаһы 1153549,80 һум тәшкил итә. Бөтә эштәрҙе быйыл август аҙағына тамамлау планлаштырыла. Уҙған йылдарҙа “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы ярҙамында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Комета-Спорт” һәм “Көньяҡ” парктары, шулай уҡ Әләгәҙ һәм Оло Аҡа ауылдарындағы парктар төҙөкләндерелде. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Мәсетле районы хакимиәте.