Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле күрше республикала ижад иткән популяр йырсылар - Туймазы батыры Ришат Төхвәтуллин менән Шишмә матуры Әлиә Ҡарасуринаның туйҙары гөрләне. Бәхетле йәштәрҙең туй мәжлесендә ҡатнашҡан ҡунаҡтар сараның бик юғары үтеүен, кейәү һәм килендең иҫ киткес матур булыуын, бер-береһенә тап килеүҙәре хаҡында бик күп комментариайҙар ҡалдырған. Һәм яңы барлыҡҡа килгән йәш ғаиләнең - Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы һис шикһеҙ "Йыл туйы"на тиң үтте, тигәндәр. Беҙ йәштәргә мөхәббәтле һәм тиң оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм илһамлы ижад теләйбеҙ! Фото һәм видео: "Татар Эстрада" төркөмөнән.