Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәр ҙур фестивалгә йыйыласаҡ

Башҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн теркәлә ала. 24 июндә Түбәнге Новгородта Йәштәр көнөн байрам иткәндә ғаризалар ҡабул итеү башланыуы тураһында хәбәр ителде. Шунда уҡ сараның концепцияһы менән дә таныштырҙылар. Рәсәй йәштәренең башлығы Ксения Разуваева әйтеүенсә, 2024 йылда Рәсәй бөтә донъя йәштәренең йортона әүереләсәк. - Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төп маҡсаттарының береһе – барлыҡ планетаның битараф булмаған йәштәре араһында бәйләнештәрҙе көйләү өсөн платформа булдырыу. Фестиваль майҙансығы киләсәктәге ғәҙел донъяның баш ҡалаһына әүереләсәк. Ундағы төп ҡиммәттәр – бер-береңә, төрлө илдәр һәм халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ихтирам. Донъяны камиллаштырыуға маҡсатланған, ғәҙел халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән киләсәкте булдырыуға ынтылғандарҙың барыһы өсөн дә Рәсәй – асыҡ, - ти Рәсәй йәштәре етәксеһе. Фестивалдең логотибы - өҫтән төшөрөлгән кеше фигуларарының һүрәте. Төрлө характерҙағы, төрлө идеялағы, мәҙәниәте һәм йәшәү стиле, милләте төрлө булған кешеләрҙе дөйөм хыял берләштерә – тыныслыҡта йәшәү. Унда һәр кем үҙе булып ҡала, үҙенә оҡшағанса үҫешә. - Бындай саралар кәрәкле. Был республикабыҙ менән мөмкин тиклем күберәк таныштырыу, яңы тәжрибә алыу мөмкинлеге, - тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Фото: “Дим буйҙары” гәзите сайты.