Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙыл эремсек әҙерләйек!

Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында йәшәгән Әлиә Йәғәфәрова һөт ризыҡтары әҙерләй. Интернетта ҡыҙыл эремсек эшләү рецебы менән бүлеште. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. “Айыртылған hөттө, ҡойор алдынан hөт йәбешмәһен өсөн ҡаҙанды майлап алам. Ике биҙрә һөттән эшләйем. Ҡайнарға етешеп ултырғанда 1 литр ойотҡан (ҡатыҡ ойотмосо) ҡоям. Эреп бер массаға әйләнгәнсе яйлап ҡына болғап торам. Өҫтөнә сыҡҡан ярты һыуын алам. Берәр сәғәттән һуң 500 гр шәкәр ҡушам да талғын утта ҡыҙарғансы ҡайнатам. Һигеҙ йә 10 сәғәт булып китеүе лә бар. Әҙер булғас тоҡҡа һалып һарҡытам. Һарҡып сыҡҡан массаны бер тәүлеккә йәйеп ҡуям. Һуңынан ит турағыстан ике тапҡыр үткәрәм дә һыйыр майы, әҙерәк шәкәр һалып йомарлап ҡуям”, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Сығанаҡ: vk.com/id568907509