Башҡортостан Хөкүмәте Премьер –министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Мәктәп туризмы” программаһы тураһында һөйләне: “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының “Мәктәп туризмы” программаһы арҡаһында быйыл йәй республиканың 5-9 кластарының 15 меңдән ашыу уҡыусыһы бушлай сәйәхәткә юллана. Башҡортостан – 11 пилот төбәктренең береһе, унда былтырҙан мәктәп туризмы программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл унда Рәсәйҙән 29 субъект ҡатнаша. Проекттың маҡсаты тәүге иратта – илһөйәрлек. Йәш яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең тыуған төйәген интернет һәм телевидение аша ғына белергә тейеш түгел. Балаларҙың быны үҙ күҙҙәре менән күреүе лә мөһим. Сәйәхәттең оҙайлығы рәттән 24 сәғәттән дә кәм булырға тейеш түгел. Балалар ҡунаҡһанала йәшәйҙәр. Турға туҡланыу, экскурсия хеҙмәтләндереүе, кәмендә ике экскурсияла булыу, илһөйәрлек-тәрбиәүи йәки мәҙәни тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге бер оҫталыҡ дәресе инә. Сәйәхәттең хаҡы 7 мең һум, сығымдарҙы дәүләт үҙ иҫәбенә ала. Быйыл республикабыҙҙа б