Махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан атай-әсәйҙәр өсөн дә ғәзиздәрен көтөү ҙур һынау. Баҡалы районына эш сәфәре менән барғанда Иҫке Ҡорос ауылында ошондай сабыр әсәйҙәрҙең береһе Әлфиә Исхаҡова менән күрештек. Үткән йылдың сентябрендә улы махсус хәрби операцияға мобилизацияланған. Улы бала саҡтан ауырлыҡтар алдында ҡурҡып тормаған ысын ир-егет булып үҫә. Ваҡыты еткәс армияға барып танк ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайта. Махсус хәрби операция башланғас та, ул һис икеләнеүһеҙ ил саҡырыуы буйынса китә. – Илгә хеҙмәт итеү ир баланың бурысы. Улым да алдан уҡ үҙен әҙерләне, повестканы ла көтөп һорашып торҙо. “Әсәй, повестканы алдым. Мин китәм!“ тигәс, уның ҡарарына мин дә, атаһы ла риза булдыҡ. Егет кеше булғас, барырға тейеш, тип уйланыҡ. Балаһының, беҙҙең бәхеткә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ауылда мәсет алдына барса халыҡ йыйылып, махсус хәрби операцияға юлланыусы егеттәрҙе күмәкләп доғалар уҡып оҙаттыҡ. Февраль айында улым отпускыға ҡайтып китте. Һағынып көтөп алдыҡ уны. Ялдан һ