Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөгә лә һоҡландылар, ярыштылар ҙа

Өфө дүртенсе тапҡыр X-WATERS донъя чемпионатының сираттағы этабын үҙендә ҡабул итте. Илдең бөтә мөйөштәренән биш йөҙҙән ашыу спортсы баш ҡаланың матурлығына һоҡланыу һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап ике күпер аҫтынан йөҙөп сығыу өсөн килде. Был сара Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы сиктәрендә үтте. – Өфө матур ҡала. Ғөмүмән, һәр ҡала һәм һәр йөҙөүҙең үҙ үҙенсәлеге бар. Өфө, мәҫәлән, ике күпер аҫтынан йөҙөп үтеү мөмкинлеге менән билдәле. Һөҙөмтәгә эшләгәндә, тирә-яҡты ҡарап, һоҡланып барырға ваҡыт юҡ, шуға күрә мин ярыштарға тиклем бер нисә көн алдан килергә һәм ҡала менән танышырға яратам, – ти Читанан йөҙөүсе Елена Крипанова. Был юлы ул тик 3,5 километр араға ярышҡа ғына теркәлкән, ә үҙенең һөҙөмтәләре араһында төбәк кенә түгел, бөтә Рәсәй кимәлендәге наградалары ла байтаҡ. Тыуған ҡалаһында уны әүҙем сап-серфер булараҡ беләләр. Йөҙөүҙән тыш, йүгереү менән дә мауыға. – Был йөҙөүҙең ҡыҙығы шунда, 23 заплывтың теләһе ҡайһыһына теркәлергә һәм ҡатнашырға була. Унда бер тапҡыр ғына булһа ла финишҡа сыҡҡан һәр кем ҡатнаша ала, ә кем күберәк – һәр бер старт өсөн призлы мәрәйҙәр ала һәм һөҙөмтә иҫәбенә миҙгелдең иң яҡшы биш һөҙөмтәһе барасаҡ. Еңеүселәр миҙгелдең финал заплывынан һуң йыйған мәрәйҙәр суммаһы буйынса билдәләнә, – тип һөйләне Өфөлә X-Waters бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе Алиса Красноярская. Быйыл Рәсәйҙең 55 ҡалаһынан йөҙөүселәр ҡатнашты, Белоруссия, Көньяҡ Африка илдәре спортсылары ла булды. Йыл һайын ҡатнашыусыларҙың күбеһе Мәскәү, Түбәнге Новгород, Свердловск, Кемерово, Чита өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстандан килә. Берәүҙәр өсөн был кемдеңдер рекордын үтеп китеү мөмкинлеге булһа, икенселәр өсөн – үҙҙәрен ныҡлыҡҡа һынау. Мәҫәлән, Илдар Бикбаев Уренгойҙан килгән. Йөҙөү менән биш йыл мауыға. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша, әммә X-Waters командаһына быйыл ғына ҡушылған. Һөҙөмтәләр артынан ҡыумай, үҙенең һыуҙа тыныслыҡ табыуы һәм стресты кәметеүе хаҡында һөйләй. Өфөгә миҙгелде асыу өсөн махсус рәүештә килгән, өҫтәүенә, күптән инде өләсәһенең тыуған төйәге һәм бында йәшәгән туғандары менән танышырға хыялланған. Июль аҙағына тиклем ҡалырға һәм тағы бер йөҙөүҙә – Яҡтыкүлдә ҡатнашырға ниәтләй. – Йәйгә пландар ҙур – бөтә Башҡортостан буйлап сәфәргә сығырға теләйем. Йома көндө генә офиста ултыра һәм ниндәйҙер мөһим эштәр башҡара инем, бөгөн бөтә Рәсәйҙең иң матур йылғаһы буйлап биш саҡрым юл үттем, ә өс көндән һуң Шүлгәнташ мәмерйәһендә булам. Унан һалда ағып төшөүҙәр, тауға менеүҙәр... Яҡтыкүлдә һыу инеү менән ялымды тамамлайым һәм тыуған яғыма – һыуыҡ Уренгойға бик күп тәьҫораттар менән ҡайтам, - ти егет. Бындай ярыштарҙың күбеһендәге кеүек үк, ҡатнашыусылар өсөн төрлө дистанциялар тәҡдим ителә. Яңы шөғөлләнә башлағандар ике километрҙан башлап үҙ көсөн һынап ҡарай алһа, ә тәжрибәле спортсылар 10, 20 километрға саға! Ҡатнашыусыларға уңайлы старт биреү өсөн ҡом пляждары менән төрлө лоциялар һайлағандар. Иң ҡыҫҡа дистанцияла ҡатнашыусылар – “Ҡояшлы” пляжынан, “Пристань” ресторан комплексы ҡаршыһындағы ҡомло пляждан 5 километрға уҙышыусылар старт алды. Спортсыларға уңайлығы өсөн бөтә урындарға трансфер ойошторолдо. Ә бына оҙон дистанцияларҙа ҡатнашыусыларға бәхет күберәк йылмайҙы – ун километрға уҙышыусылар Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында теплоход бортынан старт алды. Маршруттың беренсе өлөшө ҡаланың күркәм урындары буйлап үтә һәм иң ҡатмарлы өлөшө булып һанала. Юлдың уртаһында туҡланыу пункты һәм ярға сығып мотлаҡ контроль билдәһе алыу. Бынан һуң дистанция ҡала үҙәгенә, Дуҫлыҡ монументына һәм яр буйына әйләнә. 20 километрға ярышыусылар “Дудкино” паром кисеүендә Ҡариҙел йылғаһындағы “Таш кисеү” яғына һыуға инде. Тыныс, әммә һалҡынса Ҡариҙел йылғаһы буйлап күпер аҫтында Ағиҙелгә йөҙөп киттеләр. – Был дистанцияға 18 кеше теркәлгән: 10 ир-егет һәм 8 ҡатын-ҡыҙ, улар араһында Минскиҙан да ҡунаҡ бар. Һәр ҡатнашыусыға аҙыҡ-түлек тейәлгән кәмә беркетелгән. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа яр буйында амфитеатр янындағы ҡомлоҡҡа финишҡа килде, - ти Алиса Красноярская. Айлина АРСЛАНОВА.