Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылынан Рәмзиә Хөснетдинова менән Зәминә Вахитованы ауылдаштары ҡул эше оҫталары булараҡ белә. – Атай-әсәй ололар ине, шуға мине бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Иң беренсе ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә өйрәндем. 13-14 йәштә колхозда ла эшләй башланым, бала сағым хеҙмәт менән үтте, – тип һөйләй башланы үҙе тураһында Рәмзиә апай. Оҙаҡ йылдар фермала һауынсы булып эшләһә лә, буш ваҡыттарында ҡулынан бәйләме төшмәй. Әле 80 йәшкә етеп барғанда ла күҙҙең яуын алырлыҡ итеп таҫтамалдар сигә, үҙенең белгәнен йәштәргә лә ихлас өйрәтә. – Күҙем күргәндә, һаулығым булғанда ошолай клубҡа йөрөп, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып күңелемә ял алам, – ти ул. Оло йәшкә етһә лә күҙлек кеймәүе менән дә һоҡландырҙы Рәмзиә апай. Икенсе оҫтабыҙ Зәминә Вәхитованың белгәне лә бик күп булып сыҡты. – Мин барлыҡ ҡул эштәре менән дә мауығам. Айырыуса шәл бәйләргә яратам. Үҙем Стәрлебаш районынан, беҙҙең төбәк шәл бәйләүселәре менән данлы. Әсәйем дә шәл бәйләне, ғүмер буйы фермала эшләгәс