Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ырымбур өлкәһендә һабантуй байрамы үтте

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы Ибраһим ауылында “Һабантуй-2023” башҡорт мәҙәниәтенең өлкә байрамы үтте. Был сараны Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте ойошторҙо. Ибраһим ауылына барлыҡ төбәктән йыйылдылар. Башҡортостан делегацяһын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт дәүләт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе, республиканың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды филиалы етәксеһе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкләне. Байрамды асыу тантанаһында Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләне һәм илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа ватандаштарыбыҙға берҙәмлек теләне. Ырымбур өлкәһе етәкселәрен, ватандаштарыбыҙҙы Башҡортостан Башлығы наградалары менән бүләкләне. Сара сиктәрендә Ейәнсура районы тарафынан башҡорт милли ихатаһы ойошторолғайны, спорт ярыштары һәм милли уйындар ҙа күңелле үтте. Шулай ҙа халыҡты иң күп йыйған майҙандарҙың береһе – Көрәш ярышы булды. Сарала ҡатнашыусылар өсөн Нефтекама дәүләт филармонияһы матур концерт программаһы бүләк итте.