Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көҙгә сквер яңы төҫ алыр

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ( национальный проект «Жилье и городская среда») сиктәрендә Өфөлә Валериан Альбанов скверын төҙөкләндереү дауам итә. Был турала ҡала округы хакимиәтендә хәбәр иттеләр. Ремонт эштәренә белгестәр май аҙағында тотонған. Әлеге көндә материалдар килтерелә, һүтеү, ер эштәре бара. Биләмәлә яңы асфальт бетон япма һәм таш плитканан тротуар буласаҡ, бәләкәй архитектура формалары урынлашасаҡ, тышҡы яҡтыртыу системаһы модернизацияланасаҡ. Эштәрҙе теүәлләү 30 сентябргә билдәләнгән. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – уңайлылыҡты күтәреү. Милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләү буйынса һорауҙарҙын хәл итеүгә ылыҡтырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Бынан тыш милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе – йыл һайын файҙаланыуға 120 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды. Фото: Башинформ.