Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәҙәни усаҡтар балҡып торһон өсөн

“Мәҙәниәт” милли проекты (“Национальный проект “Культура”) буйынса быйыл Башҡортостанда 22 мәҙәниәт усағы яңыртыла, киләһе йылда тағы 108 объект төҙөкләндереләсәк. Был турала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлнур Хәмитова белдерҙе. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, һуңғы дүрт йылда Башҡортостанда “Мәҙәниәт “ милли проекты сиктәрендә 75 мәҙәниәт учреждение реконструкцияланған йәки төҙөлгән. Реконструкциялнған ҙур объекттарҙың береһе Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт музейы. Бина яңыртылып ҡына ҡалмаған, заманса һанлы һәм мультимедиялы технологиялар менән дә йыһазландырылған. Шулай уҡ музейҙа яңы экспонаттар ҙа барлыҡҡа килгән. - Милли проект арҡаһында янғындан һуң Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһы тергеҙелде. Филармонияның майҙаны һиҙелерлек киңәйтелде, концерт залы ҙурайҙы, - тине Гөлдәр Хәмитова. Шуны ла билдәләү мөһим, милли проект ил Президенты Владимир Путин башлағысы менән тормошҡа ашырыла. Фото: bash.news