Йыл башынан алып республика аграрийҙары үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 112,5 мең тоннаға күберәк иген экспортланы, тип хәбәр итә Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Йыл башынан алып Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 198,92 мең тонна күләмендә иген һәм уны эшкәртеү продукттарын экспортлаған. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был ике тапҡырҙан ашыуға күберәк. Былтыр Башҡортостандан экспортланған иген һәм уның продукттары 86,42 мең тонна тәшкил иткән. Быйыл Әзербайжан, Бельгия, Беларусь, Ҡаҙағстан, Германия, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нидерланды, Төркмәнстан, Үзбәкстанға 119, 78 мең тонна иген һәм 79, 14 мең тонна ярма, он кеүек эшкәртеү продукттары оҙатылған. Экспортҡа киткән тауарҙар араһында күләме буйынса тәүге урынды бойҙай биләй - 64,9 мең тонна тәшкил итә, унан ҡала арпа – 23,6 мең тонна, өсөнсө урында етен – 29,9 мең тонна. Бынан тыш төбәктән сит илгә гәрсис, көнбағыш, ҡарабойҙай һәм башҡа культуралар оҙатылған. Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән булдырылған “Лайыҡлы, һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсат сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2020 йыл менән сағыштырғанда 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙарҙы экспортлауҙы кәмендә 70 процентҡа арттырыу. Фото: Башинформ.