Кисә иртән Рәсәй Президенты Владимир Путин Белоруссиянан коллегаһына Рәсәйҙең көньяғында “Вагнер" шәхси хәрби компанияһына бәйле хәл тураһында хәбәр итте. Дәүләт башлыҡтары берлектә эш итеү тураһында һөйләшеп килеште. Белоруссия Президенты Александр Лукашенко "Вагнер" етәкселеге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин менән килешеүҙәрҙе үҫтереү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе. "Һөйләшеүҙәр көн буйына барҙы". "Вагнер" компанияһы етәкселеге Беларусь президенты Александр Лукашенконың Рәсәй буйынса ҡораллы хәрәкәтте һәм артабан хәлде ҡуйыртыуҙы туҡтатыу тураһындағы ҡарарын ҡабул итте”, - тип билдәләнә белдереүҙә. "Беҙ үҙебеҙҙең колонналарҙы борабыҙ һәм кире йүнәлештә ялан лагерҙарына йүнәләбеҙ" - тип хәбәр иттеләр "Вагнер" компанияһында. Фото: "Бәйләнештә".