Ҡорбан ғәйете - бөтә мосолман донъяһы өсөн ҙур байрам. Ул Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, йыл һайын Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Быйыл ул 28 июнгә тура килә. Был көндә ҡорбан салып, беҙ Раббыбыҙға яҡынлығыбыҙҙы тағы бер иҫбатлайбыҙ. Уның ите лә, һөйәге лә, майы ла, йәне лә Аллаһы Тәғәләгә ирешмәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. үҙенең хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләгә күңелдәрегеҙҙәге иманығыҙ, ихласлығығыҙ ирешә. Аллаһ ризалығы өсөн салынған ҡорбан ҡанының беренсе тамсыһы ергә төшкәнсе, Аллаһ шул кешенең гөнаһтарын ярлыҡар», - ти. Мөмкинлектәре булған һәр ғаилә, хужа үҙе һәм ғаиләһе исеменән Аллаһты ҙурлап ҡорбан сала. Мосолмандар бер-береһен ҡотлай, ҡорбан табындарына саҡыра. Ғаилә ағзаларына, туғандарына, балаларына бүләктәр өләшә. Ҡорбанды фәҡәт Аллаһ хаҡы өсөн генә салалар. Һарыҡ-кәзә берәр кеше исеменән булһа, һыйыр малы ете кеше йәки ғаилә исеменән һуйылырға мөмкин. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт, теүәл ағзалы булырға тейеш. Һарыҡ - 8-9 айлыҡ, кәзә малы - 1, һыйыр - 2, дөйә 5