24 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы буйында барған Рәсәй йәштәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм йәш быуындың әүҙем вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. – Дөрөҫөн генә әйтәм: оло быуындың күҙ алдында һеҙ – иң яҡшыларҙың береһе. Һеҙ һәләтле, бик ижади. Иң мөһиме - һеҙ бик көслө һәм Тыуған илебеҙҙе яратаһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт һәм баш эйәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ваҡыты еткәс, һеҙ беҙҙең быуынды алмаштырырһығыҙ, илде үҫтерерһегеҙ, дуҫлыҡты нығытырһығыҙ. Беҙҙең бурыс - һеҙгә ярҙам итеү, шарттар булдырыу, кәрәк булһа, ярҙам итеү. Һеҙҙең барыһы ла килеп сығыр тип ышанам. Башҡортостан Башлығы байрам сараһы ҡунаҡтары менән аралашты һәм Бөтә донъя йәштәр фестивале башланғансы кире иҫәпте сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ул 2024 йылдың 29 февраленән 7 мартына тиклем “Сириус” федераль биләмәһендә уҙа. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.