Бөгөн илебеҙ Президенты Владимир Путин илдәге сәйәси хәлдәргә бәйле Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Бының буйынса Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов үҙ фекерен белдерҙе. “Моғайын бөгөн бөтәгеҙ ҙә илебеҙ Президенты һәм Юғары Баш командующий Владимир Путиндың мөрәжәғәтен тыңлағандыр. Әлеге ваҡытта Ватаныбыҙҙың дөрөҫлөгө һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн меңдәрсә рәсәйле алғы һыҙыҡта көрәшкәндә, Пригожиндың ғәмәлдәре – бөтә илебеҙ арҡаһына ысын мәғәнәһендә бысаҡ ҡаҙауға тиң. Әммә Владимир Путин – көслө илдең көслө лидеры, Ватанының ысын патриоты. Уның тиҙ арала тәртип урынлаштырыуына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Беҙҙең көс – берҙәмлектә! Барығыҙ ҙа тыныс булығыҙ һәм тик рәсми сығанаҡтарҙан, рәсми мәғлүмәттәргә генә ышанығыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ”, – тине ул. Фото: "Бәйләнештә".