Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнаша

23 июндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте. Сарала ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡаҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша. – “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең конференцияһы үтте. Беҙҙең Мәскәүҙәге үҙәк комитеттан “Берҙәм Рәсәй”ҙең етәкселәре килде. Ҡунаҡтар “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалында булып, беҙҙең ветеран ойошмалары, филиалдың эшмәкәрлеге менән таныштылар. Ҡаһармандарса һәләк булған махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙҙең әсәләре менән осрашыу үткәрҙек. Осрашыу бик фәһемле һәм йөкмәткеле үтте, сөнки беҙҙең ҡаһарман егеттәребеҙҙең, Рәсәй геройҙарының әсәйҙәре йәмәғәт эшенә ҡушылып,фонд менән берлектә киләсәктә йәштәрҙе илһөйәрлек һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә үҙҙәренең өлөшөн индерергә теләктәрен берҙе. Улар араһынд

23 июндә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең конференцияһы үтте. Сарала ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡаҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзалары “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора һәм уның эшендә әүҙем ҡатнаша. – “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең конференцияһы үтте. Беҙҙең Мәскәүҙәге үҙәк комитеттан “Берҙәм Рәсәй”ҙең етәкселәре килде. Ҡунаҡтар “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының филиалында булып, беҙҙең ветеран ойошмалары, филиалдың эшмәкәрлеге менән таныштылар. Ҡаһармандарса һәләк булған махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙҙең әсәләре менән осрашыу үткәрҙек. Осрашыу бик фәһемле һәм йөкмәткеле үтте, сөнки беҙҙең ҡаһарман егеттәребеҙҙең, Рәсәй геройҙарының әсәйҙәре йәмәғәт эшенә ҡушылып,фонд менән берлектә киләсәктә йәштәрҙе илһөйәрлек һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә үҙҙәренең өлөшөн индерергә теләктәрен берҙе. Улар араһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары булып та бик әүҙем эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар ине. Халыҡ геройы булып танылған Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы улының ҡаһарманлыҡ ордены алыуы шатлығы менән уртаҡлашты. Ысынлап та, Фәнистең батырлығы халыҡ тарафынан баһаланыуы үҙе беҙҙең егебеҙҙең батырлығын күрһәтә. Сарала Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы ла, Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна ла, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эргәһендәге ошо хәрбиҙәрҙең әсәйҙәрҙең һәм ҡатындарын берләштереүсе ойошманың ағзалары ла булды. Ғөмүмән алғанда, ысынлап та, һәр замандың үҙ идеологияһы. Бөгөнгө көндә беҙҙең күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе менән берләшеп, үҙҙәре урындарҙағы муниципаль берәмектәрҙең депутаттары, ауыл Советтары депутаттары, шулай уҡ республика кимәлендәге парламент депуттары булып, илебеҙгә, халҡыбыҙға фиҙакәр хеҙмәт итәләр. Был бик мөһим. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың күптәре "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындарҙағы ойошмаларын етәкләй. Был сара республика өсөн дә мөһим, сөнки ошо партия сиктәрендә ойошторолған сараларҙың күпселеге беҙҙең илебеҙҙең тотороҡлоғо һәм бөтөнлөгө өсөн, илебеҙҙең киләсәге өсөн башҡарыла. Шул уҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр Штабында башҡарылған эштәр ҙә, тылда йәмғиәтселекте берләштереүсе ғәмәлдәр ҙә. Ошо уҡ көндө хәрби батальонды ла бергә оҙаттыҡ, был да үҙенә күрә идеологик мәғәнәғә эйә, – тине Гөлнур Ҡолһарина. Автор фотоһы.