Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һыбай ҙа саба, бейә лә һауа, ҡымыҙ ҙа бешә!

Баймаҡ районы - республикала йылҡысылыҡ буйынса алдынғылыҡты бирмәгән төбәктәрҙең береһе. Бында һәр ауылда тиерлек йылҡы аҫрала, күптәр ҡымыҙ етештереү буйынса әүҙем эш алып бара. Ошо көндәрҙә Аҡтау ауылында йәшәгән Миңзәлә Иҫәндәүләтованың йәйләүендә булырға тура килде. Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙы ғаилә бизнесын үҫтереү менән шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа ҡымыҙ етештереүҙе лә яйға һалған. Уға бер туған ҡустыһы Әғзәм, улы Илназ ярҙам итә. Баһадирҙар эсемлеген уңған ҡатын боронғо ысыулдарҙы ҡулланып әҙерләй. Хужабикәнең ыҫланған ҡымыҙына һорау бик ҙур. Уны нисек эшләй, ҡымыҙ етештереүҙең ниндәй серҙәре, шул уҡ ваҡытта ниндәй проблемалар осрауы хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында танышырһығыҙ. Әйткәндәй, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле янындағы һабантуй майҙанында "Башҡорт аты" фестивале үтә. Автор фотолары