Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың илебеҙ граждандарына мөрәжәғәтенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Ул түбәндәгеләрҙе әйтте: "Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының һәр ваҡыт терәк төбәге булды, бар һәм буласаҡ. Башҡортостан Владимир Владимирович Путинға теләктәшлек күрһәтеү буйынса терәк төбәк булды, бар һәм буласаҡ. Бөтә ҡарарҙар, бар эшмәкәрлек, һис шикһеҙ, Президент ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Әлбиттә, беҙ уны хуплайбыҙ. Хәл ябай түгел. Илең һуғышҡан саҡта, уның арҡаһына – бер ниндәй шарттарҙа ла нимә генә булыуына ҡарамаҫтан һуғырға ярамағанлығына ныҡлы инанғанмын. Әле беҙҙең меңәрләгән егеттәребеҙ – алғы һыҙыҡта, йәнә 2,5 меңе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрер алдынан хәрби әҙерлек үтә. Улар барыһы ла илебеҙҙе һәм Президентыбыҙҙы яҡларға әҙер. Башҡортостанға килгәндә – беҙҙә барыһы ла яҡшы. Беҙ тыныс йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Республикала бер нисә мөһим сара уҙа. Әммә был ҡатмарлы ваҡытта беҙ Президент янында барырға тейешбеҙ