Бөгөн Рәсәй Президенты, Юғары баш командующий Владимир Путин илде һаҡлап ҡалыу, граждандарҙың ғүмерен, именлеген һәм азатлығын яҡлау тураһында халыҡҡа махсус мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Ошоға бәйле, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА түбәндәге фекерен белдерҙе: – Башҡорт халҡы һәр саҡ “Берҙәмлектә – көс!” тигән хәҡиҡәткә инанып йәшәгән һәм бөгөн дә, ошо ҡатмарлы осорҙа, беҙ берҙәмлегебеҙҙе күрһәтеп, дәүләтебеҙҙең Президенты, ил һаҡсылары – яугирҙәребеҙ эргәһендә берләшергә тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостандан бик күп ир-егеттәр алғы һыҙыҡта, нацизм менән ҡаһармандаса алыша, өйҙә уларҙы ғаиләләре көтә, ышана. Ошо ҡатмарлы осорҙа кемдер үҙенең шәхси мәнфәғәттәрен ил мәнфәғәттәренән өҫтөнөрәк күрә һәм ошондай мәхшәр ҡуптара икән, тимәк ул да ил дошманы, тигән һүҙ. Бөгөн ил Президенты Владимир Путин әйткәнсә, ошондай ауыр осорҙа дәүләт эсендәге берҙәмлекте, тыныслыҡты һаҡлау мөһим. Ил яҙмышы хәл ителгәндә һәр төрлө шәхси ҡыҙыҡһыныуҙар, маҡсаттар онотолорға тейеш, һәммәбеҙҙән, тәүге сиратта, ныҡлыҡ һәм тыныслыҡ талап ителә. Шул уҡ ваҡытта мәғлүмәти һуғыш киҫкенләшкәнен дә күрәбеҙ. Килеп тыуған хәл, әлбиттә, дошмандарҙы шатландыра һәм улар тап ошо ваҡиғаларға таянып, ил эсендә тарҡаулыҡ орлоғон сәсергә тырышасаҡ. Шуға күрә бөгөн илебеҙҙең именлеге һәр беребеҙҙән тора. Дәүләтебеҙҙең ҡеүәтенә, етәксебеҙҙең көсөнә ышанып, фәҡәт алға барырға, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тейешбеҙ. Рәсәй Армияһы – беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, төп һаҡсыбыҙ. Әлегә тиклем дошмандар Рәсәйгә ҡаршы ниндәй генә саралар күрмәне, санкциялар ҡулланманы, әммә беҙ ныҡ булдыҡ, бирешмәнек. Был юлы ла берҙәмлек һәм татыулыҡ менән сираттағы ҡатмарлы һынауҙы лайыҡлы еңеп сығырбыҙ, тип ышанам. Ил етәксеһе бик көслө кеше, ул етәксе һәм Рәсәй гражданы булараҡ та, халҡымды һәм илемде һаҡлаясаҡмын, тип вәғәҙә итте. Һис шикһеҙ, был – һәммәбеҙҙең уртаҡ бурысы, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Фото Эльвира Айытҡолованың шәхси архивынан.