Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илһөйә Бәҙретдинова ҡайҙа ял итергә юлланған?

Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр йырсыһы Илһөйә Бәҙретдинова концерттар миҙгеленә нөктә ҡуйып, һабантуйҙарҙа эшләп арығас, ялға йыйынған. Был юлы йырсы Таиландҡа оса. Йәнәшәһендә - айырылмаҫ дуҫы, концерттар директоры Гүзәл Карамиева. Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәттән матур урындар күрһәтергә, хаҡтар менән таныштырырға һүҙ бирә. Халыҡ ҡыҙыҡһына башлағас, путевкаһының да хаҡын йәшереп тормаған. "Аллаһҡа тапшырып, ял итергә ҡуҙғалдыҡ. Аэропортҡа китеп барыш. Таиланд, Пхукет. Ҡыҙыҡ тип тапһағыҙ, күрһәтеп барырмын юлдарҙы, хаҡтарҙы, маймылдарҙы һәм башҡаларҙы. Хаҡтарға килгәндә, Гүзәл Олеговна меннә бергә беҙ. Бер кешегә 135 меңгә төштө путевка, биш йондоҙло ҡунаҡхана. Бик матур, яңы ҡунаҡхана, ләкин был хаҡҡа иртәнге аш ҡына инә. "Ул тирәлә матур кафелар күп, шунда ашарһығыҙ", - тинеләр тип яҙған йырсы. Улар тәүҙә Ҡазандан Мәскәүгә - Домодедово аэропортына осҡан, аҙаҡ ике сәғәт тирәһе такси менән Жуковский аэропортына барасаҡ. Аҙаҡ 10 сәғәт Таиландҡа осасаҡтар. Юл йыраҡ булғас, самолетта аяҡтарын һуҙып ултыра торған урын өсөн тағы ла 7500 һум аҡса түләгәндәр. Йырсыға матур ялдар теләйбеҙ һәм тропиклы йылы яҡтарҙан ҡыҙыҡлы видеояҙмалар, фотолар көтөп ҡалабыҙ! Фото: "Интертат"