Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрес эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумында сараға инеү юлдары тураһында аңлатты: - Дуҫлыҡ урамына һәм техника күргәҙмәһенә нисек эләгергә? Яуап ябай! Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумын уҙғарыу барышында “Дуҫлыҡ урамы” фестиваленә һәм халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә инеү бер нисә нөктә аша мөмкин буласаҡ. Улар Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан. Унда Зәки Вәлиди урамына терәлеп торған йәки киҫешкәш урамдар Аксаков, Гоголь, Карл Маркс, Ленин, Совет урамдары аша инергә мөмкин. Барлыҡ инеү урындарында ла ҡарау пунктары һәм металдетектор рамкалары ҡуйыласаҡ. Тағы ентеклерәк беркетелгән схемала. 26 июндә осрашҡанға тиклем! Фото: Маргарита Болычева сәхифәһенән.
Дуҫлыҡ урамына һәм техника күргәҙмәһенә нисек эләгергә?
24 июня 202324 июн 2023
~1 мин