Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фирүзә фатирлы булды!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, Баймаҡ районынан Фирүзә Ҡотлоғужинаға күптән көткән фатир асҡыстары тапшырылды. Ҡыҙға торлаҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелде. Фатир асҡыстарын тапшырып, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Фирүзәгә изге теләктәрен еткерҙе. "Һәр кеше өсөн торлаҡ - ныҡлы нигеҙ, унда ул үҙенең киләсәген төҙөй, ғаилә ҡора, иң ҡыйыу пландарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашыра, үҫешә, уҡый, эшләй.Фирүзә, был фатирҙы үҙләштереү һәм йыһазландырыу менән бәйле һеҙҙең тормошоғоҙҙа яңы этап башлана. Һеҙгә ғаилә бәхете, һаулыҡ, тыныслыҡ һәм мөхәббәт теләйем", - тине Фәнис Ғәбдрәшит улы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Милли проекттың төп маҡсаттары – уртаса килемле ғаиләләр ҙә һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү, шул иҫәптән уларға, ипотека кредитын файҙаланып, торлаҡты һатып алыу мөмкинлеген биреү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, граждандарҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырғанда туранан-тура ҡатнашыуы, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү. Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.