Хәйбулла районының Аҡъюл ауыл биләмәһе ауылдарында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект "Безопасные качественные дороги") ярашлы ремонт эштәре дауам итә. Был хаҡта ауыл биләмәһенән хәбәр итәләр. Аҡъюл ауыл биләмәһе ауылдарында быйылғы йылда билдәләнгән юл-төҙөлөш эштәре башҡарылған. Урыҫбайҙа ауылға ингән урындан башлап, Йылға урамына тиклем, 350 метр таш түшәлеп, күтәртелеп эшләнгән. Был участок йылда яҙ көндәре батҡаҡҡа әйләнә торған. Аҡнаҙарҙа Бирмәҫ йылғаһы аша торбалар һалынып, Һаҡмар урамына юл һалынған. (Шулай уҡ, Ғәлиәхмәт ауылы янында Оло йылғалағы быуаның дамбаһы нығытылған, Урыҫбай ауылында Узала буйында яры нығытылып, янғын һүндереү машиналары өсөн пирс һалынған.) "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм
Аҡъюл ауыл биләмәһе ауылдарында юл-төҙөлөш эштәре башҡарылды.
24 июня 202324 июн 2023
1 мин