Ҡунаҡсыл Башҡортостаныбыҙға рәхим итегеҙ! Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумында ҡатнашыусыларҙы ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алалар. Беҙгә бөтә Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан 3000-гә яҡын ҡунаҡ киләсәк. Сара барышында Башҡортостан туғандаш ил менән мөнәсәбәттәрен нығытасаҡ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары шулай уҡ мәҙәни программала: өс көнлөк “Евразия йөрәге” фестивалендә ҡатнаша ала. Уның хедлайнерҙары – “Песняры” төркөмө һәм Лариса Долина. Бынан тыш Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе, Дуҫлыҡ урамы, Ағиҙел йылғаһы буйында билдәле дизайнерҙарҙан модалы күрһәтеү буласаҡ. Рәхим итегеҙ!