Мәскәү һәм Татарстан менән бер рәттән Башҡортостан “Студент стартабы” конкурсының быйылғы йомғаҡлау тулҡынында лидерҙәр рәтенә сыҡты. Һайлап алыуҙа илдең 66 төбәгенән студенттар ҡатнашты. Тәҡдим ителгән проекттар һаны буйынса ун лидер төбәктәр иҫәбендә Санкт Петербург, Ростов, Томск, Һамар, Түбәнге Новгород , Новосибирск өлкәләре, Пермь крайы бар. Ғаризаларҙы ҡабул итеү 13 июндә тамамланды. Унда бакалавриат, специалитет, магистратура һәм аспирантура программалары буйынса уҡыусы вуз студенттары ҡатнашты. - Быйыл Рәсәйҙә үҙҙәренең стартабын асыуға Рәсәй вуздарында белем алыусы сит ил студенттары ла ныҡлы ҡыҙыҡһыныу белдерә. Донъяның 13 иленән яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар конкурсҡа ғаризалар тапшырҙы. Был иһә Рәсәй белем биреүенең асыҡ булыуын, илебеҙҙә барлыҡ студенттарға үҙҙәренең һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн тигеҙ мөмикнлектәр күрһәтелеүен сағылдыра, - тине Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко. Конкурс еңеүселәре – быйыл 1,5 мең студент стартап- проектты тормошҡа ашырыуға 1 миллион һум аҡса аласаҡ. Уларҙың исеме августа билдәле буласаҡ. Фото:Башинформ.
“Студент стартабы” конкурсына ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан алдынғы
24 июня 202324 июн 2023
~1 мин