Бөгөн, 24 июндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. “Рәсәй граждандарына, әлеге ваҡытта үҙҙәренең хәрби позицияларында һуғышҡан, дошмандың һөжүмдәрен кире ҡаҡҡан Ҡораллы Көстәрҙең, хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең шәхси составына, хәрби позицияларында алышҡан яугирҙәргә һәм командирҙарға мөрәжәғәт итәм. Һеҙҙең быны батырҙарса эшләгәнегеҙҙе беләм, бөгөн төндә бөтә йүнәлештәрҙең командующийы менән тағы ла бер тапҡыр һөйләштем. Кемде алдау йәки ҡурҡытыу юлы менән енәйәти авантюраға йәлеп иткән, ҡаты енәйәт - ҡораллы фетнә юлына этәргәндәргә лә мөрәжәғәт итәм. Рәсәй бөгөн киләсәге өсөн ауыр көрәш алып бара, неонацистарҙың һәм уларҙың хужаларының агрессияһын сағылдыра. Көнбайыштың бөтә хәрби, иҡтисади, мәғлүмәти машинаһы беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән. Беҙ кешеләрҙең ғүмере һәм именлеге, суверенитетыбыҙ һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшәбеҙ. Мең йыллыҡ тарихы булған Рәсәй дәүләте булыу һәм булып ҡалыу хоҡуғы өсөн. Халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгән алыш б